track 3Кластан тыш сара Тема: "Әсәләр байрамы" Маҡсаттар: • балаларҙы әсәләренә үҙҙәренең хис-тойғоларын белдерергә өйрәтергә; • әсәләргә хөрмәт һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; • үҙеңдең эшләгән эштәрең өсөн яуаплылыҡ тәрбиәләү; • балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеү . Биҙәү: 1. "Минең әсәйем " темаһына балаларҙың һүҙәттәре; 2. Әсәйҙәрҙең ҡул эштәре . 3. Байрамға йырҙарҙың яҙмалары Байрам барышы: Әсәләр тураһында йыр яңғырай. 1-се алып барыусы Ер йөҙөндә изге һүҙҙәр бик күп, Әммә тиңдәр уға һис тә юҡ. Янда ошо кеше булһа, йәнгә рәхәт, Беҙ бәхетле, шат һәм һәр саҡ туҡ. 2- се алып барыусы. Яғымлы һәм наҙлы һүҙҙәр менән Йылытайыҡ уның күңелен. Сөнки ул бит беҙҙең өсөн хатта Кәрәк булһа, бирер ғүмерен. Таныш йондоҙ яна минең янда, Оло байрам беҙҙең урамда. Байрам итә бөтә ауыл, ҡала, Иҫ киткес ул ҡарап торам да. Әсәкәйем, бүләккә тип һиңә Йырлайым мин ошо йырҙарҙы. Рәхмәт һиңә, берҙән-берем минең, Ҡабул итсе тыңлап уларҙы. Ер компасы- ул бит минең әсәй, Һоҡланғысһың һин дә, өләсәй. Мин теләйем һеҙгә бөтмәҫ һаулыҡ, Ә йөҙҙәрҙә һүнмәһен шатлыҡ. Яратабыҙ һеҙҙе беҙ һөйәбеҙ, Гел шатланып йәшәйек бергә. Бөтә-бөтә теләктәр ҙә һеҙҙең Тик ысынға ашһын һәр ерҙә” 2- се алып барыусы. Бөгөн байрам, бөгөн байрам, Байрамы әсәйҙәрҙең. Иң-иң изге, иң күңелле Байрам өләсәйҙәрҙең. Тыңлаусанлыҡ байрамы был, Ҡотлау, сәскә һәм һөйөү, Иң яғымлы, матур һүҙҙәр, Бәхет, шатлыҡлы көлөү. Нимә байрам? Шатлыҡ, көлөү, Шау-шыу, бейеү һәм йырҙар. Барығыҙҙы шул байрамда Ҡотлайбыҙ әсәй, ҡыҙҙар! Сценка: "Балаларҙан ниндәй файҙа ?» Малай Мин уйлайым, фаразлайым Ниңә бала табалар? Ыңғай һәм кире яҡтарын Үлсәйексе, балалар! Ҡыҙ Ә ни өсөн был һиңә? Малай Аныҡ яуап бирер өсөн, Әҙерлек ҙур томошҡа. Бына ошо һорау бер ҙә Тынғылыҡ бирмәй башҡа. Ҡыҙ Оҫта ғына уйланыңсы! Малай Эйе, миңә әсәй йәл, Уға һис юҡ тынғылыҡ. Эш артынан эш тә, эш Юҡ, ваҡыт тын алырлыҡ. Ҡыҙ Эйе… күпме мәшәҡәттәр… Әсәй-ауыр хеҙмәт шул. Беҙһеҙ, балаларһыҙ, еңел, Рәхәт йәшәр ине ул! Ҡыҙ Ҡуйсы , ниндәй буш һүҙ был, Ул саҡта эсе бошор. Ҡартайған көндә әсәйгә Әйтсе, сәйҙе кем ташыр? Күҙ алдына килтерәйек Балаларһыҙ әсәйҙе… Малай – Ниндәй матур! Тып-тыныс һәм таҙалыҡ… Ҡыҙ Өй күркәм, әммә бушлыҡ, Балаһыҙ өй -ул йәнһеҙ, Бындай өй ниндәй йәмһеҙ. Малай Әммә әсәй ял итә, Өйгә эште тикшермәй. Интегеп инша яҙмай, Кер йыумай, йомаҡ сисмәй. Ҡыҙ -Әсәй, һин ниндәй матур Тигәнде ул ишетмәй, Әсәй, һине мин яратам Тип уға бер кем дә әйтмәй. Малай -Эйе… Матур яңғырай… -Тик киләсәге ниндәй? Үҫтереп биргәс кейәүгә, Ял һаман да эләкмәй. Ейәндәр ҡунаҡҡа килә, Өй эсе шау-шыу килә. Ҡыҙ Булһын әйҙә, был бит шәп, Уйна, йүгер шәберәк. Йырла, һөйлә әкиәт, Бейе һин етеҙерәк. Малай Бындай тормош тормошмо? Ҡыҙ -Был үҙе аэробика! Бар эшкә лә һин ашыҡ, Хатта яҡын килергә Ҡурҡып торалыр ҡартлыҡ. Малай -Юҡ, һаман да икеләнәм, Күпме нервы, күпме эш. Барыбер ҙә балаларһыҙ, Тәмле булыр ине төш. Үҫтерергә кәрәк оҙаҡ, Тәрбиәләр, уҡытырға. Төндәр буйы йоҡламайса, Сирләһә ултырырға. Өй эшендә булышырға, Матур кейендерергә. Бар ергә лә һәр ваҡыт та Кәрәк бит өлгөрөргә. Ҡыҙ Нимә ауыр аңламайым? Ҡурсаҡты бит биҙәйем. Малай Һе!Сағыштырҙы. Ҡыҙ Бала-ул бик мәшәҡәтле, Әммә тормош дауамы. Шуға күрә әсәлек ул- Хөрмәт, һөйөү байрамы. 2-се алып барыусы Әсәй! Был һүҙҙә тик ҡояш ҡына! Әсәй ! Был һүҙҙә тик бары наҙ. Әсәй! Юҡ унан һис яҡыныраҡ. Әсәй! Уның күҙҙәрендә яҙ! Уйындар һәм концерт.
Әсәләр көнөнә байрам сценарийы «Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!» (Ярыш барышы) Сәхнә матур итеп биҙәлгән: баннер «Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!», кәрзиндә яһалма сәскәләр, ҡатнашыусылар һанынса ултырғыстар ҡуйылған. Музыка яңғырай.) Алып барыусы 1. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар! . 8 Март алдынан һеҙҙе бында күреүебеҙгә бик шатбыҙ! Алып барыусы 2. Әсәй-ошо наҙлы һүҙҙә Тик мөхәббәт кенә сағыла. Әсәйемдең йырҙарынан беҙгә Бөтмәҫ һөйөү генә ағыла. Алып барыусы 2. Һеҙҙең өсөн һөйкөмлө, сибәр, уңған, аҡыллы, етеҙ, әсәйҙәр беҙ ярыш үткәрәбеҙ. Бөтәһе: Йәгеҙ әле, әсәйҙәр! Алып барыусы 2. Әсәйҙәр, һеҙҙе сәхнәгә саҡырабыҙ! Бөгөн беҙҙең ярышта ҡатнашалар____________________________ Алып барыусы 1. Беҙҙең һөйкөмлө ярышта ҡатнашыусыларҙы ҡотлау өсөн мәктәп директорына һүҙ бирелә. Алып барыусы 2. Беҙҙең әсәйҙәр һөйкөмлө йылмайыуҙар, күңелле шаярыуҙар, әсәлек оҫталыҡтары менән ярышҡа ҡоралланып килгәндәрҙер тип ышанабыҙ. Алып барыусы 1. Ә әлегә жюри менән таныштырабыҙ.Ул: …… Жюри 5 балл менән билдәләр ҡуясаҡ. Алып барыусы 2. Шулай итеп ярышта ҡатнашыусыларға уңыштар теләйек! Алып барыусы 1.Беренсе конкурс – ғаиләнең визит карточкаһы Һәм концерт номеры–был өйгә эш. ^ Конкурс «Визит карточкаһы һәм концерт номеры» Әсәйҙәр үҙҙәре тураһында ижади рәүештә һөйләйҙәр һәм һуңынан бер концерт номеры күрһәтәләр. Алып барыусы 2. Тәүге ярышҡа йомғаҡ яһайбыҙ. Конкурс «Минең балам» Әсәйҙәр балаларының һүрәтен эшләйҙәр һәм улар тураһында ижади рәүештә һөйләйҙәр Алып барыусы 1. Мөғжизәләр иле беҙҙе Гел саҡыра үҙенә. Их, күңелле әкиәттәрҙә, Ғашиҡмын һәр һүҙенә! Алып барыусы 2. Әкиәт һөймәгән бер бала ла юҡ. Һәм һеҙҙең алдығыҙҙа, ҡәҙерле әсәйҙәр, таныш әкиәттәрҙән өр-яңы бер әкиәт ижад итеү бурысы тора. ( «Шалҡан», ?6?